

Бөгөн Илеш районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария М-7 "Волга" федераль трассаһының 1173-сө саҡрымында иртәнге сәғәт 10 тирәһендә була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Renault Sandero" ҡаршыға килгән "Volkswagen Polo" менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Volkswagen Polo" автомобиленең пассажиры - 38 йәшлек ханым дауаханала йән биргән. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Шулай уҡ бөгөн Ауырғазы районында пассажир транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 82-се саҡрымында 18:30 сәғәт тирәһендә булған. Фараздарҙың береһенә ярашлы, хәрәкәт барышында "ГАЗель Next" автобусының тәгәрмәсе шартлаған, һуңынан транспорт сараһы электр бағанаһына төкөгән һәм юл ситенә сығып осҡан, автобус түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә төрлө йәрәхәттәр алған 3 пассажир дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, салонда 19 пассажир булған. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға шарттары асыҡлана.
фото:ЮХХДИ