ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Апреля 2022, 05:59

Тау предприятиеһында фажиғә теркәлгән

26 йәшлек хеҙмәткәр эш урынында һәләк булған...

Добавить в предпочтительные источники Google
Тау предприятиеһында фажиғә теркәлгәнТау предприятиеһында фажиғә теркәлгән
Тау предприятиеһында фажиғә теркәлгән

13 апрелдә Сибай ҡалаһының тау предприятиеһында үлемесле бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Республика Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 26 йәшлек хеҙмәткәр елләтеү ҡоролмаһының торбаһын һүткәндә һәләк булған.

«Эшсе тейәү-бушатыу машинаһы тарафынан ҡыҫылған. Алған йәрәхәттәр йәш хеҙмәткәр өсөн үлемесле булған», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре ваҡиға буйынса тикшереүгә тотондо.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев