

Өфөлә 18 йәшлек Милена Ғиләжетдинова хәбәрһеҙ юғалған. Ҡыҙ 13 апрелдә өйөнән сығып киткән һәм кире ҡайтмаған.
Бөгөн, 14 апрелдә, «Лиза Алерт» төбәк бүлексәһенең эҙләү төркөмө ирекмәндәре юғалған кешене эҙләй башлауҙары хаҡында иғлан итте. Уның билдәләре: буйы 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һары сәсле, күҙҙәре һоро-зәңгәр. Аҡ күн куртка, ҡара водолазка, ҡара джинсы, аҡ кроссовка кейгән.
Ҡыҙҙы эҙләгән ирекмәндәр уның хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 800 700 54 52 йәки 112 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай.
фото һәм мәғлүмәт:Башинформ.