ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Апрель 2022, 16:58

Иҫерек водитель урманға ҡасҡан...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның өс пасажиры...

Госкомитет РБ по ЧС.Госкомитет РБ по ЧС.
Фото:Госкомитет РБ по ЧС.

Башҡортостанда 13 апрелдә төндә ашығыс хеҙмәттәргә Белорет - Магнитогорск юлында (241-се саҡрым) водителдең автомобиль менән идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә төшөүе һәм артабан түңкәрелеүе тураһында хәбәр килә.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, машинала дүрт кеше ултырған. Аварияла 1995 йылғы егеттең ғүмере өҙөлгән, 1996 һәм 1979 йылғы ир-егеттәр зыян күргән. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция килгән.

Асыҡланыуынса водитель иҫерек булған. Авариянан һуң ул ваҡиға урынынан ҡаса. Тиҙ ярҙам килеп еткәнсе юл фажиғәһендә 1995 йылғы пассажир (Белорет ҡалаһы кешеһе) һәләк булған. 1979 йылғы ир-егет ауыр йәрәхәттәр алған. Уны Белорет дауаханаһына алып киткәндәр. Табиптар ябыҡ формала баш мейеһе йәрәхәтләнеүен, баш мейеһе һелкенеүен, баш мейеһе гематомаһын һәм муйын умыртҡаһы һыныуын асыҡлаған.

«Оператив-эҙләү саралары барышында водитель урманда тотолған. Ул Белоретта йәшәгән 36 йәшлек ир булып сыҡҡан, уның водитель таныҡлығы ла юҡ. Тикшереү уның иҫерек булыуын күрһәтте, һөҙөмтәһе - 0,278 мг/л. Автомобиль туҡталҡаға ҡуйылған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», - тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

 

 

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас