

Был осраҡ Башҡортостан Эске эштәр министрлығы тарафынан раҫланды.
Ҡаланың видеокүҙәтеү камераһына Сибай урамында ирҙең баланы туҡмауы эләгә. Тәүҙә ир баланы баҫтырып тотоп алып, асфальтҡа йығып һала һәм туҡмай. Балаға үтеп барған кешеләр ярҙамға килә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта балаға ҡул күтәреүсе тотолған. Уны закон тарафынан билдәнгән яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса мәсьәлә хәл ителә.