ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Апрель 2022, 08:34

Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән

Балалары менән Торатауға менеп...

Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгәнҠотҡарыусылар ярҙамға килгән
Ҡотҡарыусылар ярҙамға килгән

9 апрелдә кискеһен Башҡортостанда Торатау итәгенән ҡотҡарыу хеҙмәтенә бер ирҙән шылтыратыу яңғыраған. Ул 12 йәшлек ике бала менән бергә Торатауға күтәрелеүе, кире төшә алмауҙары хаҡында хәбәр итте.

«Стәрлетамаҡтың Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ирҙе һәм ике баланы тапҡан һәм тауҙың көнбайыш битләүенән төшөргән, зыян күреүселәр юҡ», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

 

 

 

фото:Kadr rus (Этот файл доступен по лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike 4.0 International)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас