ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Апрель 2022, 12:32

Балыҡсы боҙ менән ағып киткән...

Инде боҙ ҡуҙғалһа ла, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, балыҡ ҡармаҡлаусылар күп...  

Балыҡсы боҙ менән ағып киткән...Балыҡсы боҙ менән ағып киткән...
Балыҡсы боҙ менән ағып киткән...

Салауат ҡалаһы ҡотҡарыусылары Ағиҙел йылғаһында балыҡсыға ваҡытында ярҙамға килде. Социаль селтәрҙә ҡала мэры Игорь Миронов хәбәр итеүенсә, ир боҙ өҫтөндә балыҡ тотҡанда, боҙ сатнап ярҙан айырылып ағып киткән һәм уны 50 метрға алып киткән.

Балыҡсыны ҡотҡарыу мәле видеоға эләккән. Муниципаль янғын һағы хеҙмәткәрҙәре боҙға кәмәлә йөҙөп, балыҡсы-экстремалды ярға алып сыҡҡан. Ә ҡотҡарыусылар ваҡытында ярҙамға килеп өлгөрмәһә нимә булыр ине? Фаразлауы ла ҡурҡыныс! Балыҡ ҡармаҡлайым тип хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәйек.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас