ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Апрель 2022, 23:58

Ике бәләкәй ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Улар әсәйҙәре менән бергә юғалған.

Ике бәләкәй ҡыҙҙы эҙләйҙәрИке бәләкәй ҡыҙҙы эҙләйҙәр
Ике бәләкәй ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Башҡортостандың федераль суд приставтары хеҙмәте өс һәм биш йәшлек ике ҡыҙҙы эҙләүгә биреүҙәре тураһында хәбәр иткән. Балаларҙы үҙ әсәләре - Мария Шәйхулова билдәһеҙ яҡҡа алып киткән, тип асыҡлыҡ индерелә унда. Был турала 8 апрелдә ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән.

Билдәле булыуынса, суд ҡарары буйынса атай кеше ҡыҙҙары - өс йәшлек Амелия һәм биш йәшлек Эльмира менән билдәле бер көндөң тәғәйен сәғәтендә осрашып-күрешеү мөмкинлеген алған. Әммә әсәләре балаларын был хоҡуҡтан мәхрүм итеп, уларҙы үҙе менән алып ҡасҡан.

- Балаларҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Ҡатын туғандары менән дә, суд приставтары менән дә бәйләнешкә сыҡмай, бәләкәстәрҙе күрәләтә балалар баҡсаһына йөрөү һәм атайҙары менән осрашыу мөмкинлегенән айыра, - тигәндәр Башҡортостандың федераль суд хеҙмәте приставтары идаралығында.

Уларҙың мәғлүмәте буйынса, Мария Шәйхулова Красноярскиҙа тыуған. Ҡатын балаларын Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә йәки Екатеринбургта йәшереп тотоуы ихтимал. Белеме буйынса ул психолог (тулы булмаған юғары уҡыу йортон тамамлаған), кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белә. Шулай уҡ парикмахер хеҙмәте күрһәтеп йөрөүе лә мөмкин.

Бәлиғ булмаған балаларҙың һәм уларҙың әсәләренең ҡайҙа булыуы тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белеүселәр булһа, 8(347)2735640, 89377887213 һандары буйынса Башҡортостандың федераль суд хеҙмәте приставтары идаралығына хәбәр итегеҙ, тиелә мәғлүмәттә.

 

 

 

Фото: bashnews.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-04-08/ike-b-l-k-y-y-y-e-l-y-r-2762585
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас