ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Апреля 2022, 16:10

3 йәшлек ҡыҙыҡай тәгәрмәс аҫтында ҡалған...

  

3 йәшлек ҡыҙыҡай тәгәрмәс аҫтында ҡалған...3 йәшлек ҡыҙыҡай тәгәрмәс аҫтында ҡалған...
3 йәшлек ҡыҙыҡай тәгәрмәс аҫтында ҡалған...

7 апрелдә киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә Өфөлә бәләкәй бала ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 24 йәшлек водитель Ветошников урамы буйлап 95-се йорттоң ихатаһына боролғанда 3 йәшлек ҡыҙыҡайҙы бәрҙергән. Водитель һүҙҙәренсә, бала самокатта китеп барған һәм юлға ҡапыл сыҡҡан.

«Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә балаға медицина ярҙамы кәрәк булған, ул күрһәтелгәндән һуң туғандары менән бергә өйөнә ҡайтарылған. Ваҡиға буйынса тикшереү эше башланған», - тип хәбәр иттеләр Өфө буйынса ЮХХДИ-нан.

 

 

Фото:УГИБДД по Уфе

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас