ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Апреля 2022, 06:25

Бейә лә, ҡолон да үлгән

Республиканың Урал аръяғы райондарында юлға сыҡҡан аттар сәбәпле йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғаһы булып тора. Сираттағы шундай хәл Хәйбулла районында теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бейә лә, ҡолон да үлгәнБейә лә, ҡолон да үлгән
Бейә лә, ҡолон да үлгән

Республиканың Урал аръяғы райондарында юлға сыҡҡан аттар сәбәпле йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғаһы булып тора.

Сираттағы шундай хәл Хәйбулла районында теркәлгән.

Бөгөн төндә Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлының 72-се саҡрымында 18 йәшлек водитель Daewoo Nexia машинаһы менән аттарға төкөгән. Бейә менән уның ҡолоно шунда үлгән, ә егет тән йәрәхәттәре алған.

Мал хужаһына акт төҙөлгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Рәсүл Байгилдин.
Автор: