

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында үлемесле юл фажиғәһе ҡылған водителде тотҡан. Оператив-эҙләү саралары барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре механик зыян күргән «ВАЗ-2101» автомобилен тапҡан. Автомобиль хужаһы - ғәйепләнеүсе лә тотолған. Ул Баймаҡ районында йәшәгән 32 йәшлек ир булып сыҡҡан.
«Был кеше юлға йүгереп сыҡты. Унда йәйәүлеләр өсөн үткәүел юҡ ине. Ул юл аша йүгерҙем һәм мин уны бәрҙерҙем. Уның уйында нимәләр булғанын белмәйем, бәлки маневр яһарға уйлағандыр. Баймаҡ полицияһынан ҡурҡып, ваҡиға урынынан ҡастым. Ғәйебемде тулыһынса таныйым», - тине водитель.
Медицина тикшеренеүе уның иҫерек килеш йөрөгәнен күрһәтте. Әле 61 йәшлек ирҙе бәрҙереү осрағы буйынса тикшереү бара, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.