3 апрелдә 9 айлыҡ ҡыҙыҡай кухняла яңылыш электр сәйнүгенең сымына тейгән. Һыу баланың өҫтөнә түгелгән. Был ваҡытта ата-әсә икенсе бүлмәлә булған. Ҡыҙыҡайҙың ҡот осҡос тауышын ишетеп, улар йүгереп килеп сыҡҡан һәм шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Дауаханаға илткәндә сабый йән биргән.
Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе башланған. Ғаилә һәр яҡлап имен, бер ҡайҙа ла иҫәптә тормай.
+23 °С
Болотло



