

Өфө ҡалаһында 9 айлыҡ бала, ата-әсәһе икенсе бүлмәлә булған саҡта, яңы ғына ҡайнап сыҡҡан сәйнүкте өҫтөнә ауҙара.
Сабыйҙың ҡысҡырыуына ата-әсәһе йүгереп килеп етә, әммә һуң була. Бала дауаханаға илткәнсе, Тиҙ ярҙам машинаһында йән бирә.
“Башинформ” агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, был аяныслы фажиғә буйынса тикшереү эше алып барыла.
Фото Ксении Калинина