ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Апрель 2022, 06:55

Ҡот осҡос фажиғә...

    

Ҡот осҡос фажиғә...Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...

Благовещен районында 31 мартта таң менән Өфө - Яңауыл автомобиль юлының 68-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

"Mercedes ML-350" еңел автомобиле менән идара иткәндә Кушнаренко районында йәшәгән 48 йәшлек ир, юл ситенә ҡуйылған "International" йөк машинаһына төкөгән. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдең водителе алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уның хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәүе асыҡланған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.

 

 

фото һәм видео: ЮХХДИ.

Видео:ЮХХДИ
Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас