ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Март 2022, 17:47

Тағы юл фажиғәләре... тағы ҡорбандар...

   

Тағы юл фажиғәләре... тағы ҡорбандар...Тағы юл фажиғәләре... тағы ҡорбандар...
Тағы юл фажиғәләре... тағы ҡорбандар...

Бөгөн, 29 мартта, Саҡмағош районында аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Авария көндөҙгө сәғәт 2-лә Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автомобиль юлының 63-сө саҡрымында теркәлгән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, "Газель" йөк машинаһы менән ҡаршыға килгән "Datsun on-DO" еңел автомобиле төкөшкән. Бәрелешеүҙән йөк машинаһы янып киткән. Аварияла еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. "Газель" водителе һәм уның пассажирына ла медицина ярҙамы талап ителгән.  Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Шулай уҡ бөгөн Белорет районында юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Авария Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 190-сы саҡрымында киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә була. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡта йәшәгән 58 йәшлек ир идара иткән "Great Wall" автомобиле менән Силәбе өлкәһенән 57 йәшлек ир идара иткән "Маn" йөк машинаһы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиры ваҡиға урынында йән биргән.  Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр республика автоинспекцияһында.

 

 

фото һәм видео:ЮХХДИ

 

Тағы юл фажиғәләре... тағы ҡорбандар...
Тағы юл фажиғәләре... тағы ҡорбандар...
Автор:
Читайте нас