Бөгөн, 29 мартта, урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 2 тула 35 минутта Р-240 Өфө - Ырымбур федераль трассаһының 27-се саҡрымынан (Булгаков ауылы) 274-се саҡрымына тиклем (Яңы Мораптал) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Сәбәбе - буран, ныҡ итеп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, М-7 трассаһында һәм Өфөнөң көнбайыш урау юлында ла йөк һәм пассажир транспорты өсөн ваҡытлыса сикләү ғәмәлдә.
+22 °С
Болотло



