ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Март 2022, 04:02

Сибай дауаханаһына ялған ашамлыҡ килтергәндәр

   

Сибай дауаханаһына ялған ашамлыҡ килтергәндәрСибай дауаханаһына ялған ашамлыҡ килтергәндәр
Сибай дауаханаһына ялған ашамлыҡ килтергәндәр

Сибайҙың үҙәк ҡала дауаханаһына ялған эремсек килтергәндәр. Россельхознадзор белгестәре аҙыҡ-түлек мониторингы үткәргәндә ялған продуктты тапҡан. 5,7 килограмм ауырлыҡтағы партиянан эремсек һайлап алынған. Һөт ризыҡтарын Сибайҙың предприятиеһы етештергән һәм социаль учреждениеһына тендер буйынса оҙатҡан.

Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, эремсек өлгөләрендә май кислоталарының, атап әйткәндә, үҫемлек майҙарына, шул иҫәптән пальма майына хас пальмитин кислотаһының булыуын асыҡланы. Продукт «Аҙыҡ-түлек продукцияһының хәүефһеҙлеге тураһында» Таможня союзының техник регламенты талаптарына яуап бирмәй.

«Россельхознадзор ошо продукцияға декларацияның ғәмәлдә булмауын таныу тураһында ҡарар ҡабул итте, ошо продукцияға декларацияның ғәмәлдән сығыуын туҡтатты. Сибай предприятиеһы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм 50 мең һум күләмендә штраф түләргә бурыслы», - тип хәбәр иттеләр ведомстванан.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас