ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Март 2022, 10:22

Күршеһенә үс итеп...

Йорт көл-күмергә әйләнә...   

Күршеһенә үс итеп...Күршеһенә үс итеп...
Күршеһенә үс итеп...

Илеш районында Иҫәнбай ауылында йәшәгән ҡатындың бөтә мөлкәте янған, ә ул үҙе һәләк була яҙған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре янғын сәбәпсеһен асыҡлаған һәм ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 26 мартта кискеһен Ф.Яхин урамында йорт янып китә. Ут йорт ҡаралтыларының бер өлөшөнә лә тарала. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.

«Урынға килеп еткән полицейскийҙар, янғындың ут төртөү арҡаһында башланыуын фаразлай. Һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсене тиҙ арала асыҡлай алалар - ул күрше йортта йәшенгән була. Ул быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 46 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ҡулға алған саҡта ир үҙ ғәйебен таный», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан. 

Асыҡланыуынса, ир үҙенең күршеһе менән әрләшкән һәм унан үс алырға булған. Ул ныҡ иҫерек килеш зыян күреүсенең һарайына ингән, унда һаламға ут төрткән, һуңынан ҡасҡан. Уға ҡарата «Кешенең мөлкәтен аңлы рәүештә юҡ итеү йәки зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тиҙҙән ғәйепләнеүсене хөкөм сараһын һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә. Низағ сәбәбе асыҡлана.

 

 

Фото:МЧС по РБ

Күршеһенә үс итеп...
Күршеһенә үс итеп...
Күршеһенә үс итеп...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас