ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Март 2022, 15:05

Ҡот осҡос аварияла 10 айлыҡ сабый зыян күргән

       

Ҡот осҡос аварияла 10 айлыҡ сабый зыян күргәнҠот осҡос аварияла 10 айлыҡ сабый зыян күргән
Ҡот осҡос аварияла 10 айлыҡ сабый зыян күргән

Бөгөн киске сәғәт биш тирәһендә Шишмә районында, Шишмә - Аксёнов - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 23 саҡрымында авария теркәлде.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, „Mazda 6“ менән „Kia Rio“ автомобилдәре төкөшкән. Авария һөҙөмтәһендә пассажир, 10 айлыҡ сабый дауаханаға оҙатылған. Сабыйҙың балалар өсөн махсус креслола ултырыуы, уны ауыр йәрәхәттәрҙән ҡотҡарған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Ҡот осҡос аварияла 10 айлыҡ сабый зыян күргән
Ҡот осҡос аварияла 10 айлыҡ сабый зыян күргән
Ҡот осҡос аварияла 10 айлыҡ сабый зыян күргән
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас