ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Март 2022, 09:49

"Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуа"

Был халыҡ мәҡәлән раҫлап тигәндәй, ошо арала «сал сәсле» быҙау донъяға килде. Әммә фермер быға шаҡ ҡатыуын йәшермәй. Баҡтиһәң, уның хужалығында...

"Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуа""Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуа"
"Ҡара һыйырҙан да аҡ быҙау тыуа"

Иглин районында урындағы фермер хужалығы биләмәһендә «сал сәсле» быҙау тыуған.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, фермерҙың тик бер тоҡомло һыйырҙары ғына аҫрала, өҫтәүенә уларҙың ҡара төҫө - был тоҡомдоң айырым бер үҙенсәлеге булып тора.

Ошо көндәрҙә һыйырҙарҙың береһендә аҡ йөнлө быҙау тыуған. Хайуандарҙың хужаһы бының ысынлап та үҙенсәлекле осраҡ булыуын билдәләгән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, яңы тыуған быҙау әүҙем, сос, төҫөнән башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай.

 

Фото:стоп-кадр видео ГТРК "Башкортостан"

 

Автор:
Читайте нас