

24 мартта киске сәғәт 10 тирәһендә Баймаҡ районында Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлының 110-сы саҡрымында 25 йәшлек ир "Volkswagen Polo" автомобиле менән идара иткәндә, юлдан ситкә осҡан һәм түңкәрелгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән 23 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.
фото:ЮХХДИ.