ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Март 2022, 08:57

Иҫерек ир арҡаһында...

   

Иҫерек ир арҡаһында...Иҫерек ир арҡаһында...
Иҫерек ир арҡаһында...

ЮХХДИ-ның Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 23 мартта киске сәғәт алтылар тирәһендә Учалы районында Поляковка-Вознесенка автомобиль юлының 3-сө саҡрымында ВАЗ-2114 руле артында ултырған 42 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтып, уң яҡ кюветҡа осҡан.

Юл-транспорт ваҡиғаһында төрлө йәрәхәттәр менән 36 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Билдәле булыуынса, водитель иҫерек булған. Тикшереү һөҙөмтәләре 0,930 мг/л тәшкил иткән. Авария осрағы буйынса тикшереү башланған.

 

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас