

Өфө ҡалаһында «Мазда СХ-5» руле артындағы ҡатын 14 йәшлек ҡыҙ баланы бәрҙерә.
Уҡыусы юл аша сығып барған була. Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, бала тән йәрәхәттәре алған. Медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң, өйөнә ҡайтарылған.
Ә водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы үҙ бурысын үтәмәй, авария урынынан ҡаса. Уның 36 йәшлек Өфө ҡалаһы кешеһе булыуы асыҡланған. Әле был факт буйынса административ тикшереү эше алып барыла һәм ҡануниәткә ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото:УГИБДД по Уфе