

Стәрлетамаҡ ҡалаһы кешеһе урамда торған машинаһы юғалыу менән бәйле, полицияға мөрәжәғәт итә.
Асыҡланыуынса, йәш кеше үҙенең танышына-- 14 йәшлек ҡыҙға ҡунаҡҡа килә. Ә ул ҡыҙ 15 һәм 16 йәшлек әхирәттәре менән бергә фатирҙа йәшәгән була. Ҡунаҡ та шунда йоҡларға ҡала.
Иртәнсәк ҡыҙҙар йәмәғәт транспортында түгел, ә танышының машинаһында уҡырға барырға хәл итәләр. Тик автомобиль менән ағасҡа төкөп, уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата.
Әле был хәл буйынса тикшереү бара.
Фото:Ксения Калинина