ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Март 2022, 15:01

Тағы бер егетте юғалттыҡ...

Ике көндән уның ҡыҙына бер йәш тулырға тейеш булған.  

Тағы бер егетте юғалттыҡ...Тағы бер егетте юғалттыҡ...
Тағы бер егетте юғалттыҡ...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә ауыр яңылыҡ еткерәбеҙ. Украиналағы махсус операция барышында Башҡортостандан алтынсы хәрби һәләк булған. Был турала “Учалинская газета” баҫмаһы хәбәр итә.

Учалы егете Евгений Алямкин контракт буйынса хеҙмәт иткән, ул танк командиры, сержант булған. Уның Анастасия исемле ҡатыны һәм Ева исемле бәләкәй ҡыҙы ҡалған. Ҡыҙыҡайға 15 мартта бер йәш тулырға тейеш икәнлеге билдәле.

Евгений бала сағында тыңлаусан һәм тәрбиәле бала булған. Ихлас күңелдән бөтәһенә лә ярҙам итергә тырышҡан. Был турала уның тәрбиәселәре һәм уҡытыусылары хәтерләй. Уның өсөн ғәҙеллек, намыҫ һәм изгелек тойғолары иң мөһиме булған.

Бөгөн һәләк булған яугирҙең ғаиләһенә Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов барған.

“Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ғаиләһенә бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк. Беҙҙең һалдаттың ҡаһарманлығы алдында башымды эйәм”, – тигән ул.

 

 

 

Фото: "Учалинская газета". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-03-13/uchalynan-ta-y-ber-egette-yu-altty-2725889
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас