

Башҡортостанда йөк машинаһы менән булған юл фажиғәһендә 35 йәшлек водитель һәләк булған. Авария кисә киске сәғәт 11 тирәһендә Илеш районында теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Мәскәү-Өфө автомобиль юлының 1182-се саҡрымында, Исәмәт ауылы янында, ВАЗ-21099 һәм ҡаршыға килгән «Volvo FH-Trucks» йөк машинаһы бәрелешкән.
«Юл-транспорт ваҡиғаһында ВАЗ-дың 35 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк булған. Билдәле булыуынса, быға тиклем еңел автомобиль хужаһы иҫерек килеш йөрөгән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Фажиғә факты буйынса тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-нан.
фото:ЮХХДИ.