

Кисен Баймаҡ районы Темәс ауылының Совет урамында билдәһеҙ водитель 35 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Авария һөҙөмтәһендә ҡатын ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан.
Оператив-эҙләү саралары барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күрше Түбәнге Иҙрис ауылында механик зыян күргән автомобилде тапҡан. Транспорт сараһы хужаһының ҡыҙы әйтеүенсә, руль артында уның бер туған ағаһы ултырған. Ул күрше Темәс ауылында ҡулға алынған һәм полиция бүлегенә оҙатылған. Һорау алыу барышында ир юл фажиғәһенә ҡағылышы булыуын кире ҡаҡҡан.
Һорау алғанда уның водитель таныҡлығы булмаған 19 йәшлек һеңлеһе үҙ ғәйебен таныған. Уның һүҙҙәренсә, һәләк булған ҡатын юлда ятҡан. Ауылдаштары хәбәр итеүенсә, был ҡатын иҫерек булған. Факт буйынса суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Әлеге ваҡытта ҡыҙ ситкә сыҡмау тураһында документҡа ҡул ҡуйған.
фото:ЮХХДИ