ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Март 2022, 04:13

Балыҡ тотам тип...

Ике балыҡсының сәйәхәте фажиғә менән тамамлана яҙған

Балыҡ тотам тип...Балыҡ тотам тип...
Балыҡ тотам тип...

Баймаҡ районының Яугүл (Күлтабан) күлендә ике балыҡсының сәйәхәте фажиғә менән тамамлана яҙған. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ике ир балыҡ тоторға киткән, ләкин ҡар тотҡонлоғона эләккән.

«Балыҡсылар йорт яғына сыға алмаған, машина ҡарға батҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ирҙәрҙе ҡаргиҙәрҙә автомобиль юлына алып сыҡҡан, уларҙы туғандары көткән», - тип асыҡлыҡ индерҙе ҡотҡарыусылар.

 

 

 

Фото:Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас