

Өфөләге туғыҙ йәшлек Арыҫланды эҙләү туҡтатылды. Полицейскийҙар малайҙы Черниковкалағы тимер юл станцияһында тапҡан.
«Бала иҫән-һау, әсәһенә тапшырылған», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусыларға малайҙың Черниковкаға үҙаллы нисек барып етә алыуын асыҡларға тура киләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 февралдә кискеһен баш ҡаланың Р. Зорге урамында баланың юғалыуы тураһында билдәле булды. Хәбәр ителеүенсә, ул урамға уйнарға сыҡҡан һәм ҡайтмаған.
фото:Башинформ.