

Республикала легаль булмаған таксистар менән көрәш буйынса үткәрелгән рейтар барышында праваһы булмаған килеш руль артына ултырған кеше ҡулға алынды. Уйлап ҡарағыҙ, ошондай кешеләр арҡаһында ай ярым эсендә аварияла 5 кеше һәләк булған!
Өфө-Ҡараиҙел маршрутындағы рейс йәш кешенең ҡулына бығау кейҙереү менән тамамланды. Автомобиль тулы пассажирҙар йыйған таксист Өфө ҡалаһынан сыҡҡан ерҙә тотола. Ҡулында праваһы ла була, әммә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре база буйынса тикшергәндән һуң, уның водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡланған. Ул быны документын юғалтып, аҙаҡ табып алыуы менән аңлата. “Мин руль артына ултырырға һәм пассажирҙар ташырға ярамағанлығын белмәнем”,--ти ул.
Хоҡуҡ боҙоусының автомобиле штрафтуҡталышта, ә таксист ҡулға алынған. Пассажирҙарға Ҡараиҙел районына башҡа төрлө юл менән ҡайтырға тура килә. Суд ултырышында ир кеше ғәйебен таный.
Республикала бындай рейдтар дауам итә. Сөнки легаль булмаған водителдәр, аҡса артынан ҡыуып, пассажирҙар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Дәүләт автоинспекцияһы бындай “таксистар” үҙ рекламаларын ҡуйған сайт һәм социаль селтәрҙәрҙе лә контролдә тота.
Ян Романов