ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Февраль 2022, 16:52

"Бөтәбеҙ ҙә шаңҡып ҡалдыҡ, ышана алмайбыҙ..."

Уның ваҡытынан алда яҡты донъянан китеүенә коронавирус эҙемтәләре сәбәпсе, тип хәбәр итә хеҙмәттәштәре.

"Бөтәбеҙ ҙә шаңҡып ҡалдыҡ, ышана алмайбыҙ...""Бөтәбеҙ ҙә шаңҡып ҡалдыҡ, ышана алмайбыҙ..."
"Бөтәбеҙ ҙә шаңҡып ҡалдыҡ, ышана алмайбыҙ..."

Францияла Башҡортостан телевидениеһының музыкаль тапшырыуҙар режиссеры Айгөл Вәлитова вафат булған. Уның ваҡытынан алда яҡты донъянан китеүенә коронавирус эҙемтәләре булышлыҡ иткән, тип хәбәр итә хеҙмәттәштәре. Быйыл сентябрҙә уға 55 йәш тулған булыр ине.

Айгөл Вәлитова – билдәле актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитовтың ҡыҙы. Телевидениела күп тапшырыуҙар һәм клиптар төшөргән. 2002 йылдан Францияла йәшәгән.

– Айгөл Францияла ла режиссерлыҡ эше менән шөғөлләнде, туйҙар, видоероликтар төшөрҙө, уның ижадына һорау ҙур ине. Ул бик һәләтле, яҡты, игелекле, ҡунаҡсыл кеше булды. Күптәребеҙ унда ҡунаҡта булды. Ире менән ҡыҙ тәрбиәләнеләр. Юлиәгә 18 йәш, быйыл мәктәпте тамамлай. Айгөл яңыраҡ скайп аша Янис Рамаҙановтың Башҡортостан телевидениеһының юбилейына арналған “Ваҡыт ҡуласаһы” тапшырыуында ҡатнашты. Айгөлдөң температураһы юғары булған, тип белдек. Әле бөтәбеҙ ҙә шаңҡып ҡалдыҡ, ышана алмайбыҙ, – тип уртаҡлаша Айгөл Вәлитованың әхирәте Флүрә Мурзина.

“Ҡайғылы хәбәр! Айгөл яҡты кеше булды. Беҙ уның менән оҙаҡ йылдар “Сәләм”дә бергә эшләнек, ул бик ижади ҡыҙ ине, тормошто яратты. Ҡайғырабыҙ...”, – тип яҙған Гөлдәриә Йосопова.

Айгөл Вәлитованы Францияла ерләйәсәктәр.

 

 

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-02-15/b-t-be-sha-yp-aldy-yshana-almayby-2692870
Автор:
Читайте нас