

14 февралдә Стәрлетамаҡ районында йөк поезы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авария Аллағыуат-Салауат 2-се пикет участкаһында, Васильевка ауылы эргәһендә булған.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә булған мәғлүмәттәр буйынса, йөк поезы менән «КамАЗ» төкөшкән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән, автомобиль механик йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:ЮХХДИ.