ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Февраля 2022, 15:04

Башҡортостанда ер тетрәүе күҙәтелгән

                         

Башҡортостанда ер тетрәүе күҙәтелгәнБашҡортостанда ер тетрәүе күҙәтелгән
Башҡортостанда ер тетрәүе күҙәтелгән

Киң мәғлүмәт сараларында 9 февралдә иртән Белорет районы Егәҙе ауылы янындағы ер тетрәгән, сейсмологтар тупраҡтың 2,5 балл тирбәлеү көсөн теркәгән тигән хәбәр баҫылып сыҡты.

«Башинформ» агентлығы Белорет районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе Антон Локоцковҡа мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренсә, урындағы халыҡтан бер ниндәй ҙә ялыу, ер тетрәү тураһында мәғлүмәт юҡ.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Белорет районында ер тетрәгән тигән хәбәр ишетелмәгән.

Дөйөм билдәләр буйынса ер тетрәүҙе балдар менән баһалауға ярашлы, 2 балл — ер тетрәүҙе тулы тынлыҡта бик һиҙгер кешеләр генә тоя; 3 балл — аҫылмалы шәмдәр, бүлмә гөлдәре, шаршауҙар, асыҡ ишектәр, урында торған автомашиналар еңелсә һелкенә.

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-14/bash-ortostanda-er-tetr-g-n-tig-n-m-l-m-t-taraldy-2691970

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас