ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Февраль 2022, 10:17

Ниһайәт, Башҡортостанда мошенниктарҙың береһе тотолған!

Ул Дыуан районында күптәрҙе “кәкре ҡайын”ға терәткән

Ниһайәт, Башҡортостанда  мошенниктарҙың береһе тотолған!Ниһайәт, Башҡортостанда  мошенниктарҙың береһе тотолған!
Ниһайәт, Башҡортостанда мошенниктарҙың береһе тотолған!

Башҡортостан полицейскиҙары  Новосибирск өлкәһендә йәшәп тә, беҙҙең республикала  телефон аша  кешеләрҙе  “кәкре ҡайынға” терәткән әҙәмде ҡулға алған. Мутсылыҡ өсөн  бер нисә тапҡыр енәйәткә тарттырылған 39 йәшлек әҙәм  “Һеҙҙең улығыҙ аварияға осраны” схемаһы буйынса эшләгән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был әҙәм Новосибирск өлкәһендә йәшәп тә, интернет киңлектәре аша телефон номерҙарын табып, Дыуан районы кешеләренә шылтыратҡан. Билдәһеҙ ир нисектер шунда уҡ уларҙың ышанысына кергән. “Туғанығыҙ машинала бер ҡыҙҙы бәрҙергән” тип, был эште “урында уҡ хәл итер өсөн” аҡса һораған. Шуныһы аңлашылмай, күптәр  туғанына щылтыратып, был мәғлүмәтте дөрөҫләр урынға,  аферистың талаптарын үтәргә ашыҡҡан. Һөҙөмтәлә, аферист тиҫтәләгән кешене алдап, 250 меңгә кеҫәһен байытҡан.

Онлайн аҡса күсерә белмәгәндәрҙе лә алдай алған. Бының өсөн урындағы такси водителдәренә төрлө уйҙырмалар һөйләп, аҡсаны улар аша алдырған. Бер ни һиҙмәгән таксистар иһә уға абонент номерҙары аша аҡса ебәргән.

Хәҙер мошенникка ҡарата  енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Пресс-служба МВД по Республике Башкортостан

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас