ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Февраль 2022, 06:19

Ярҙамға килгән табип... туҡмалған

Әсәһенең ғүмере өсөн көрәшкәндәрендә был әҙәм аҡтығы...

Ярҙамға килгән табип... туҡмалғанЯрҙамға килгән табип... туҡмалған
Ярҙамға килгән табип... туҡмалған

Әле миҙгелле киҙеү, әле "тажлы" зәхмәттең яңы штамы килеп сығып тора. Халыҡтың күпләп ауырыған мәле. Шунлыҡтан дауаханалар ауырыуҙар менән шығырым тулы. Һәр бер кешенең ғүмере өсөн яуаплы табиптарҙың эш режимы көсөргәнешле. «Ашығыс ярҙам» белгестәре лә көнө-төнө кеше ғүмере һағында.

Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былай ҙа еңел булмаған хеҙмәттәре мәлендә мәғәнәһеҙ ҡылыҡлы әҙәмдәр ҙә осрап, табиптарҙың эшен ауырлаштыра, проблемалар тыуҙыра. Мәҫәлән, Өфөлә Пекин урамындағы йортҡа «Ашығыс ярҙам» бригадаһы саҡырыу буйынса килә. Унда оло йәштәге ҡатынға ярҙам күрһәткән ваҡытта уның 35 йәшлек улы менән низағ сыға - ир йоҙроҡтары менән табипҡа ташлана, туҡмай.

Һөҙөмтәлә һуғыш суҡмарын полиция идаралыҡҡа алып китә. Уға ҡарата оҙаҡламай процессуаль ҡарар сығарасаҡтар, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.

 

 

 

 

Фото К. Калинина.

Автор:Миләүшә Сайтакова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-02-01/yar-am-a-kilg-n-tabip-tu-mal-an-2675268
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас