ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Февраль 2022, 14:20

Бер өйөр эт балаға һөжүм иткәйне...

Үткән аҙнала интернетта йөрәк өшөткөс хәлдең видеояҙмаһы таралды.

Бер өйөр эт балаға һөжүм иткәйне...Бер өйөр эт балаға һөжүм иткәйне...
Бер өйөр эт балаға һөжүм иткәйне...

28 ғинуарҙа Өфөләге Әй урамы ихатаһында 12 берәҙәк яһил эттең көпә-көндөҙ балаға һөжүм итеүе тураһындағы видеояҙма тиҙ арала социаль селтәрҙә таралды. Ҡасып барған мәктәп уҡыусыһының юлында урам һепереүсе осрап, баланы бәләнән ҡотҡарып ҡалды.  

Был хәлгә тәртип һаҡлау органдары ла иғтибар итте. Инциденттан һуң прокуратура Өфө ҡалаһы башлығы Сергей Греков исеменә күрһәтмә сығарған.

Мәғлүм булыуынса, әле баш ҡалала берәҙәк эттәрҙе тотоу менән “Актив” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнә. Балаға һөжүм иткән 12 этте лә тотҡандар.

– Эттәрҙе аулауҙа гуманлы ысулды файҙаланып, уларҙы йоҡо инъекцияһы ярҙамында тоталар. Һуңынан ветеринар ҡарай, паразиттарға ҡаршы эшкәртеү үткәрәләр, бестерәләр йәки стерилләйҙәр. Бынан һуң эттең ҡолағына махсус бирка ҡуйып, кире ебәрәләр. Әгәр ҙә хайуан яһиллыҡ күрһәтә икән, уны приютта ҡалдыралар, – тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.

 

 

 

Фото: utv.ru

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/intsident/2022-02-01/ber-y-r-et-bala-a-zh-m-itk-yne-2675271
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас