

Сорғот янындағы ятҡылыҡта газ янып китеү сәбәпле, янғын теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдә дүрт кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан вахтасы зыян күргән, тип хәбәр итә ТАСС.
“Алдан күҙалланыуынса, перфораторҙы скважинаға төшөргән ваҡытта газ сыҡҡан. Дүрт кеше зыян күрҙе, улар тән бешеүе менән дауаханаға килтерелде”, - тип хәбәр итә шаһит.
Янғын һүндерелгән, прокуратура хеҙмәткәрҙәре был инцидентты тикшерә.
“Зыян күреүселәр беренсе һәм икенсе стадиялағы тән бешеүе алған. Барыһы ла аңында, ауыр хәллеләр юҡ. Уларҙың ғүмеренә хәүеф янамай. Улар Сорғот ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү бүлексәһендә”, - тип хәбәр ителә. Шулай уҡ зыян күргән эшселәрҙең Башҡортостандан һәм Мари Иленән икәнлеге хаҡында әйтелә.
Юграның һаулыҡ һаҡлау департаментында, дүрт зыян күргән кешенең хәле уртаса дәрәжәлә, тип баһалайҙар. Уларға ярҙам күрһәтелә.
Фото: pronedra.ru