

29 ғинуарҙа Өфөлә Луганск урамы яғына үткәүелдә ике кеше зыян күргән авария теркәлгән. «Форд Фокус» автомобиленең руле артындағы 19 йәшлек ҡыҙ идара итеү һәләтен юғалтып, электр терәгенә төкөй.
«Шунан һуң автомашина ауҙарылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә пассажирҙар: 18 һәм 19 йәшлек ҡыҙҙар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйҙәренә ҡайтарып ебәрелгән», - тип аныҡлыҡ индерҙеләр ЮХХДИ-ның Өфөләге бүлегендә.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, йәш ҡыҙ, водитель таныҡлығы булмауына ҡарамаҫтан, сит ил машинаһы руле артына ултырған.
фото:ЮХХДИ