ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Ғинуар 2022, 07:15

Өлкән ике малайын яратҡан, тиҙәр

Ни өсөн йәш әсәнең йөрәгендә өсөнсө бәпес өсөн урын ҡалманы икән?

Өлкән ике малайын яратҡан, тиҙәрӨлкән ике малайын яратҡан, тиҙәр
Өлкән ике малайын яратҡан, тиҙәр

Кисә бар республиканы тетрәндергән яңылыҡ хәбәр иттек: кисә Мәләүез ҡалаһында сүп-сарҙы сортҡа бүлеү заводында яңы тыуған бәпестең үле кәүҙәһе табылды. Саҡ ҡына һуңғараҡ, сабыйҙы әсәһенең тыуҙырып, ташлауы асыҡланды. Әле “Комсомольская правда-Өфө” баҫмаһы был ҡатындың кемлеген асыҡлаған.

26 йәшлек Луиза (исеме үҙгәртеп алынды) Мәләүез ҡалаһында йәшәй. Уның өс һәм дүрт йәшлек ике улы бар. Ә бына ире менән улар бер йыл элек айырылшҡан булған. Өсөнсө сабыйҙың иренән түгеллеге билдәле. Луиза ҡарт әсәһе һәм ике балаһы менән йәшәгән. Улар әллә ни хәлле йәшәмәгән, тик күршеләре йәки опека органдары яғынан бер ниндәй ҙә дәғүәләр булмаған.

Ҡатын йыш ҡына социаль селтәрҙәрҙә малайҙарының фотоларын һалған, уларға арнап матур һүҙҙәр яҙған. Шуға күрә күптәр уның ни өсөн өсөнсө балаһын сүплеккә ташлауын аңлай алмай.

2015 йылда ҡатын зоотехникка уҡып сыҡҡан һәм урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләп йөрөгән. Үҙенең ауырлы икәнлеген ул барыһанан да йәшергән.  Сабыйҙы ул эшләгән урынында тапҡан. Луиза белдереүенсә, бәпес үле килеш тыуған. Шуға ул ҡапыл юғалып ҡалған һәм бер кемде лә ярҙамға саҡырмаған. Улын сүп пакетына төрөп, тәүҙә тәҙрә артына һалған, аҙаҡ сүплеккә ташлаған.

Баланың кәүҙәһен сүп-сар заводы эшселәре тапҡан һәм полиция саҡыртҡан. Әлеге ваҡытта был эш буйынса тикшереү бара. Тәфтишселәр ҡатындан һорау ала, баланың кәүҙәһе судмедэкспертизаға тапшырылған.

Тикшереү барған осорҙа Луиза өйҙә балалары менән ҡалып торасаҡ. Уның балаһын үҙе үлтереүен дәлилләгән нигеҙ әлегә юҡ. Бәлки бала ысынлап та үле килеш тыуғандыр тигән фараз бар. Шулай булған хәлдә лә, кешесә ерләргә була ине лә бит... 

 

 

 

 

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-28/lk-n-ike-malayyn-yarat-an-ti-r-2672611
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас