ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Ғинуар 2022, 04:39

Илле кеше ярҙам һорай...

-

Илле кеше ярҙам һорай...Илле кеше ярҙам һорай...
Илле кеше ярҙам һорай...

“Истанбул ҡалаһында 50 кеше ярҙам һорай, унда ҡар күп яуыу сәбәпле рейс тотҡарланған, Өфөнән бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ”, – тип яҙалар социаль селтәрҙә Башҡортостан кешеләре.

Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты менән бәйләнешкә ингән. Төркиәнән коллегалары яҙыуынса, ҡар бер туҡтауһыҙ яуыу сәбәпле Истанбул аэропорты эшләмәй. Унда, Рәсәй Туризм операторҙары ассоциацияһынан белдереүҙәренсә, илебеҙҙән ике меңдән ашыу турист тороп ҡалған.

Был мәсьәлә менән илебеҙҙең Истанбулдағы генераль консуллығы шөғөлләнгән. Башҡортостан Конгресс-бюроһының Төркиәләге вәкиле Марат Танһыҡҡужин менән бәйләнешкә ингәндәр. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Истанбул авиацияһы селтәре эшләй башлаған.

Бөгөн Башҡортостан туристары өйҙәренә ҡайтҡан.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов.
Автор:
Читайте нас