

Баймаҡта 24 ғинуарҙан 25-нә ҡарай төндә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына кафе янында ике иргә һөжүм итеүҙәре тураһында хәбәр килгән. Республика Тәфтиш комитетының аныҡланған мәғлүмәттәре буйынса, тән йәрәхәттәренән зыян күргәндәрҙең береһе һуңынан дауаханала йән биргән. Әлеге осраҡ буйынса Сибай район-ара тәфтиш бүлеге «үлтереү» һәм «ике һәм унан күберәк кешене үлтермәксе булыу» статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
24 ғинуарҙа кискеһен 28 йәшлек ғәйепләнеүсе һәм 49 йәшлек зыян күреүсе бергәләп кафела спиртлы эсемлектәр эскән. Һуңынан уларға зыян күреүсенең 34 йәшлек күршеһе ҡушылған. Ғәйепләнеүсе менән йәнә килгән ҡунаҡ араһында ыҙғыш ҡупҡан. Конфликт урамға күсә һәм өсөнсө ҡатнашыусы үҙенең таныштарын айырырға маташа. Был ваҡытта ғәйепләнеүсе, үлтереү менән янаған һүҙҙәрҙе әйтеп, ике ирҙе лә бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, һуңынан енәйәт урынынан ҡасҡан. 34 йәшлек зыян күреүсе кафеға инеп ашығыс ярҙам саҡыртыуҙы һораған. Ике зыян күреүсе лә дауаханаға оҙатылған, әммә, медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, 49 йәшлек ир яҡты донъя менән хушлашҡан.
Күп тә үтмәй, ғәйепләнеүсене полиция хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ биләмәһендә ҡулға ала. Енәйәт ҡоралы ваҡиға урынын ҡараған саҡта табыла.
«Ғәйепләнеүсенең - Баймаҡта йәшәгән 28 йәшлек ирҙең шәхесе ҡайнар эҙҙәр буйлап асыҡланды. Ул һаулыҡҡа зыян килтергән, урлаған өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителә, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. - Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлеге етәкселеге ғәйепләнеүсене тотоу өсөн бөтә кәрәкле көстәрен һалды. Ориентация бөтә полиция постарына һәм патрулдәренә тапшырылған».
Фото:СКР по РБ