ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Ғинуар 2022, 10:04

Баймаҡта – фажиғәле хәл

-

Баймаҡта – фажиғәле хәлБаймаҡта – фажиғәле хәл
Баймаҡта – фажиғәле хәл

25 ғинуарға ҡараған төндә Баймаҡ ҡалаһындағы кафела булған фажиғәле хәл төбәк халҡын ғына түгел, бар республиканы шаулатты.

Билдәле булыуынса, ике ир кафела иҫерткес эсемлек эсеп ултырғанда улар янына өсөнсө егет – 1987 йылғы И. килә. Тиҙҙән табынға яңы ҡушылған кеше менән 1994 йылғы И. араһында янъял сыға. Уларҙы өсөнсө әшнә – 1972 йылғы Г. айырырға маташа. 1994 йылғы И. был икәүгә бысаҡ менән ташлана һәм икеһен дә яралай. Саҡырыу буйынса килеп еткән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре ярҙам күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, 49 йәшлек Г. йән бирә. 1987 йылғы егет тә ауыр тән яралары ала.

Бер юлы ике кеше ғүмеренә ҡул һуҙған 1994 йылғы И. ваҡиға урынына ҡаса, әммә күп тә үтмәй хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан тотола. “Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән 27 йәшлек ғәйепләнеүсе бер нисә тапҡыр, шул иҫәптән кеше ғүмеренә зыян килтергән, бурлыҡ өсөн хөкөм ителгән булған”, - тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әлеге ваҡытта был фажиғәле хәл буйынса тикшереү эше дауам итә.

Кафе алдындағы үлемесле янъял тураһындағы видеояҙма интернет селтәрендә, айырыуса Баймаҡ ҡалаһы һәм районы чаттарында, социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙә таралғас, күптәр туҡланыу үҙәгенең эшмәкәрлегенә ҡарата ла дәғүәләр белдерҙе, был урында ошоноң ише хәлдәрҙең йыш булыуы тураһында яҙҙы. Шул уҡ ваҡытта кафеның бында бер ҡыҫылышы ла булмауын, эскелектең бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармауын билдәләүселәр ҙә бар. 

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте һәм асыҡ сығанаҡтар.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:
Читайте нас