ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Января 2022, 11:58

Ҡәбәхәт үҙ ҡыҙҙарын мәсхәрәләгән

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡәбәхәт үҙ ҡыҙҙарын мәсхәрәләгәнҠәбәхәт үҙ ҡыҙҙарын мәсхәрәләгән
Ҡәбәхәт үҙ ҡыҙҙарын мәсхәрәләгән

Суд Учалы районы кешеһен бәлиғ булмаған ҡыҙына йоғонған өсөн 17 йылға иркенән мәхрүм итте. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Учалы ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге йыйған дәлилдәр 46 йәшлек ирҙең ошондай енәйәт ҡылыуын иҫбатлауға етерлек тип баһаланып, ошондай хөкөм сығарылды. 

Мәғлүм булыуынса, ғәйепләнеүсе 2009 һәм 2020 йылдарҙа өс бәләкәй ҡыҙына һәм үгәй ҡыҙына енси яҡтан бәйләнгән. Уның енәйәти ҡылығы һөҙөмтәһендә 2018 йылда үгәй ҡыҙы ауырға ҡалып, бала таба. Ошо үгәй ҡыҙы һәм үҙенең ҡыҙҙарының береһе тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә яуыз уйлы ир ҡулға алына.

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уны 17 йыл да алты айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға, тигән ҡарар сығарҙы, ул ваҡыттың ике йылында ирке бөтөнләй сикләнәсәк.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмө. 

Автор:Рәмилә Мусина.
Автор: