ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Ғинуар 2022, 09:24

Өфө мәктәптәрендә йәнә эвакуация

-

Өфө мәктәптәрендә йәнә эвакуацияӨфө мәктәптәрендә йәнә эвакуация
Өфө мәктәптәрендә йәнә эвакуация

Башҡортостандың баш ҡалаһындағы 11 белем биреү учреждениеһында 24 ғинуар иртәһендә йәнә эвакуация башланды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итте. «Сценарий» бер үк. Билдәле булыуынса, ҡала үҙәгендә лә, Черниковка биҫтәһендә дә ошондай хәүефле хәбәр таратылған.

Урында кинологтар эшләй. Балалар һәм хеҙмәткәрҙәр резерв биналарға эвакуацияланды. Билдәһеҙ кеше йәнә белем биреү процесын туҡтатты һәм баш ҡаланың ашығыс хеҙмәттәрен көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-24/shkoly-ufy-vnov-zahlestnula-volna-evakuatsiy-2665544

Автор:
Читайте нас