

Башҡортостанда бер ир улын үлтергән, ә уның кәүҙәһен сүп-сар түгә торған соҡорға йәшергән
2022 йылдың ғинуар башында бер ҡатын полицияға иренең юғалыуы тураһында хәбәр иткән. Ул декабрь аҙағынан бәйләнешкә сыҡмай башлаған.
Уның һуңғы тапҡыр Дәүләкәндә атаһының өйөндә булыуы асыҡланған. Улым аҡса эшләргә китте, тигән атаһы полицейскийҙарға. Ләкин өйҙә ҡан эҙҙәре табылған.
Ә улының кәүҙәһе шамбола ятҡан. Атай кешегә федераль кимәлдә эҙләү иғлан ителгән. Уны тиҙ генә тапҡандар. Улым менән кәйеф-сафа ҡороп ултырғанда әрләшеп киттек, уның күкрәгенә бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнстем, тип һөйләп биргән ул.
Шунан мәйетте соҡорға ташлаған һәм енәйәт эҙҙәрен йәшерергә маташҡан.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар