ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Ғинуар 2022, 05:45

Улы менән бергә ҡар аҫтында ҡалған...

*

Улы менән бергә ҡар аҫтында ҡалған...Улы менән бергә ҡар аҫтында ҡалған...
Улы менән бергә ҡар аҫтында ҡалған...

Быйыл ҡарлы ҡыш республика халҡына бик күп уңайһыҙлыҡтар килтерҙе.

Кисә 112 системаһының Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә кешеләрҙең «ҡар әсирлегенә» эләгеүгә бәйле мөрәжәғәт килде. Был хәл Күмертауҙа булған: тау битләүенән төшкәндә ир һәм уның балаһы (2015 йылғы) ҡарға батҡан. Улын атаһы үҙаллы сығара алған, ә бына үҙенә ярҙам кәрәк булған. Бала әсәһенә шылтыратып, бәлә тураһында һөйләгән. Бер секунд та уйлап тормай, ҡатын «112» хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ваҡиға урынына юлланған. Улар 1982 йылғы ирҙе «ҡар ҡамауынан» сығарған. Бөтәһе лә уңышлы тамамланған һәм медицина ярҙамы талап ителмәгән, тип хәбәр итте ҡотҡарыусылар.

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас