ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Января 2022, 04:50

Бер бала балкондан осоп төшкән

-

Бер бала балкондан осоп төшкәнБер бала балкондан осоп төшкән
Бер бала балкондан осоп төшкән

19 ғинуарҙа Благовещенда һигеҙ йәшлек малай икенсе ҡаттағы балкондан ҡолап төшкән. Баланы дауаханаға алып киткәндәр. Был хаҡта Инстаграмда Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүе тураһында хәүефле яңылыҡтарҙы йәй көнө йыш ишетергә мөмкин. Тәжрибә күрһәтеүенсә, бәхетһеҙ осраҡтар ҡыш көнө лә була, быға ата-әсәләр уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы сәбәпсе», - тип яҙҙы ведомство етәксеһе һәм ата-әсәләрҙе иғтибарлыраҡ булырға, бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-20/v-bashkirii-s-balkona-zhilogo-doma-vypal-rebenok-2661770

Фото:Ксения Калинина.

Автор:
Читайте нас