

19 ғинуарҙа иртән Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылы янында балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, Lada Niva водителе, идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан. Дүртөйлө ҡалаһынан ҡотҡарыусылар, табиптар һәм полиция тиҙ арала ярҙамға юлланған.
Аварияла өс кеше, шул иҫәптән 2010 йылғы ҡыҙыҡай һәм 2009 йылғы малай зыян күргән.