ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Ғинуар 2022, 05:06

Лилиәнең йәш ярымлыҡ бәпесе ҡалған...

-

Лилиәнең йәш ярымлыҡ бәпесе ҡалған...Лилиәнең йәш ярымлыҡ бәпесе ҡалған...
Лилиәнең йәш ярымлыҡ бәпесе ҡалған...

Ял көнө Стәрлетамаҡ – Федоровка автомобиль юлының 33-сө километрында ҡурҡыныс авария теркәлде. Кискә ҡарай юлда “ЗАЗ Chance” менән “Chevrolet Cruze” машиналары бәрелеште.

Аварияла ике автомобиль дә ҙур ғына зыян күрә, улар юлдан ситкә осҡандар һәм емерелгәндәр. Машиналар эсендә ултырған бөтә кешеләр ҙә йәрәхәттәр алған. Ә иң ҡыҙғанысы унда 27 йәшлек йәш әсә вафат булды. Уның янында йәш ярымлыҡ улы ла булған, уның баш мейеһе зыян күргән, сабый әле дауаханала. Икенсе машинала ултырған 29 йәшлек водитель менән уның ҡатыны ла йәрәхәтләнә һәм Стәрлетамаҡ дауаханаһына мөрәжәғәт иткәндәр.

Әле “КП-Өфө” баҫмаһы һәләк булған ҡатындың кемлеген асыҡлаған. Ул – Иҫке Ҡалҡаш ауылында йәшәгән 27 йәшлек Лилиә М. булып сыҡҡан. Ҡатын улын өләсәһенә ҡунаҡҡа алып барған. Бөгөн уны тыуған ауылында ерләгәндәр.

Йәш, һәр ваҡыт йылмайып ҡына торған Лилиәнең ошолай аяныслы һәләк булыуына яҡындары әле һаман ышана алмай. Уның бәләкәй улының әсәйһеҙ ҡалыуы ла бик аяныслы. Сабый әле дауаханала, ул үҙенә килгән. Ҡыҙғаныс, бала башҡаса әсәһен күрә алмаясаҡ. Уның атаһы ҡалған.

Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәрен асыҡлайҙар. Билдәле булыуынса, бәрелеш Лилиәнең машинаһының уң яғына тура килгән. Ҡаршы килгән машина маңлайы менән бәрелгән, ул уң яҡҡа ауған, моғайын бәрелештән ҡасырға теләгәндер. Юлдарҙың тайғаҡ булыуы авария сәбәбе була ала. Әле һәләк булған ҡатындың яҡындары аварияның шаһиттарын эҙләй, улар был хәлгә асыҡлыҡ индерергә теләй.

Күренеүенсә, бөгөн йәнә буран сыға. Юлдарҙа һаҡ, иғтибарлы булыу мөһим. Бынан һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығы һәм ғүмере тора! 

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева.

Автор:
Читайте нас