

Янғын башланғанда, 16 йәшлек Йәмил Аҡъюлов өйөнә мәктәптән ҡайтып килгән булған. Ул ете йәшлек һеңлеһенең өйҙә яңғыҙы булыуын белгән. Ул тиҙ генә подъезға, һуңынан фатирға килеп ингән, артабан һеңлеһен етәкләп, һыулы сепрәк аша тын алып ишек алдына сығара.
19 ғинуарҙа көндөҙгө 14:45 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Салауат ҡалаһының Губкин урамындағы 8-се йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм янғын һүндереү машиналары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Беренсе подразделение килеп еткәндә ҡуйы төтөн күҙәтелгән. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, 20 кеше өйҙән үҙаллы эвакуацияланған.
Ҡотҡарыусылар янғын сыҡҡан йорттан 1934 йылғы өлкән йәштәге ҡатынды сығарып, ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшыра һәм дауаханаға оҙата. Шулай уҡ 8-се ҡаттан 1947 йылғы ирҙе, 2011 һәм 2013 йылғы ике баланы ҡотҡарғандар.
Көндөҙгө сәғәт 14:57 сәғәттә янғын ҡамауға алынған һәм артабан һүндерелгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.
фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы